

Был көндәрҙә епшек ҡар һәм ямғыр яуасаҡ, көслө ел сығасаҡ.
Бөгөн епшек ҡар һәм ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ – 2-7 градус йылы.
29 октябрҙә ҡар һәм ямғыр яуасаҡ. Юлдарҙың айырым өлөштәрендә боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә – 1-4 градус һалҡын, көндөҙ 0-5 градус йылы.
Фото: Т. Аманов