Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2021, 14:30

Эшҡыуар туған мәктәбенә ярҙам иткән

Григорий Левицкий әле Екатеринбург ҡалаһында йәшәй. Сығышы менән Яңы Балаҡатайҙан булған эшҡыуар сит ерҙә йәшәүенә ҡармаҫтан, үҙе уҡып сыҡҡан  мәктәбенә ярҙам итә.

Эшҡыуар туған мәктәбенә ярҙам иткән
Эшҡыуар туған мәктәбенә ярҙам иткән

Ул үҙенең уҡытыусыһы аша әлеге мәктәп директоры менән бәйләнешкә сыға Һәм белем усағына нимәләр кәрәклеген һораша. Ул спорт инвентарҙары алып бирә.

Әйткәндәй, был уның тыуған ауылына тәүге генә ярҙамы түгел. Ғаиләһе менән Яңы йылға ҡайтҡан ваҡытта, балалары урындағы дауаханаға эләгә. Ир медицина учреждениеһына күп нәмә етмәүен күрә һәм уны медицина кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: