Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октября 2021, 05:44

Ә һеҙ беләһегеҙме?

Һамар өлкәһенең Кесе Малышевка ауылы янында башҡорт ҡатынына ҡуйылған һәйкәл бар.

Ә һеҙ беләһегеҙме?Ә һеҙ беләһегеҙме?
Ә һеҙ беләһегеҙме?

Таштан эшләнгән башҡорт яугирының башлығы формаһындағы «Башкирка» һәйкәленең авторы – Сергей Викторович Курапов. Ә уның риүәйәте ошолай яңғырай:

XII быуат башында славяндар был ерҙәрҙә ауыл-утарҙарға бүленеп йәшәгән. Уларҙы тирә-яҡтағы башҡорт ырыуҙары йыш ҡына талап китер булған, ти. Крәҫтиәндәр түҙмәй, яҡында ҡәлғә һалдырыуҙы һорап, батшаға хат яҙа. Күп тә үтмәй Һамар йылғаһы буйлап Алексеевка, Ҡыҙыл Һамар, Бор ҡәлғәләре төҙөлә. Һәр береһендә ике йөҙләп атлы казак урынлаша. Улар крәҫтиәндәрҙе дала ҡыҙырып йөрөүсе ҡәбиләләр һөжүменән һаҡларға тейеш була.
 
Ҡасандыр әлеге Кесе Малышевка биләмәһендә лә урыҫтарҙың ҡасабаһы булған. Бер көндө уларға биш йөҙләп һыбайлынан торған башҡорт отряды һөжүм итә. Ҡараҡтарҙың йөҙәтеүҙәренән ялҡҡан халыҡ уларға ҡаршы алышҡа сыға. Бер-ике сәғәттән Ҡыҙыл Һамар казактары ла килеп етә. Яу ҡыҙғандан-ҡыҙа, ҡараңғы төшкәнсе дауам итә. Һөжүмселәрҙең бөтәһе лә тигәндәй ҡорбан була, ҡалғандары ҡулға алына. Тик башҡорт атлыларының башлығы ғына бирешергә теләмәй, һаман һуғыша ла һуғыша, ти. Шулай ҙа ул да әсиргә төшә. Уны башҡалар менән бергә язаларға ҡарар ҡылалар.
 
Иртәгеһенә хөкөм башлана. Байтаҡ башҡорттарҙы язалайҙар. Иң аҙаҡтан һөжүмселәр башлығын да хөкөмсөләр алдына килтереп теҙләндерәләр. Шул ваҡыт яугирҙың шлемы аҫтынан иңбашына сәс толомо килеп төшә. Халыҡ геү итеп ҡала. Казактар элек-электән яу яланында батырлыҡ күрһәткән ҡатын-ҡыҙға ғүмер үә азатлыҡ бүләк иткән. Шундай йола бар. Был ҡатын да йән аямай алышыуы, сослоғо менән казактарҙың ихтирамын яулай. Бығауҙарын сисеп ҡайтарып ебәрергә булалар. Әммә йәш ҡатын китергә ашыҡмай... Быуып барған күҙ йәштәре аша ҡорбан булған арҡаҙаштарын ерләргә рөхсәт һорай. Казактар ҡаршы килмәй.
 
Бер нисә көндән крәҫтиәндәр, теге ҡатын ни эшләне икән тип, урман янына килә. Ә унда ҡайғы-һағышҡа батҡан ҡатынҡай, ер тырнауҙан ҡанап бөткән яланғас ҡулдары менән, һаман да ҡәбер ҡаҙа, ти. Халыҡ бер аҙ аптырап ҡарап тора ла, уға ярҙамға килә. Бөтәһен дә ерләп бөткәндән һуң яугир ҡатын шул тирәлә үҙенә землянка эшләй һәм һәләк булғандар рухына арнап көнө-төнө доғалар уҡып көн күрә башлай. Тора-бара ошо тирәнән үтеүселәр «проезжал мимо башкирки...», «у башкирки был...» тип һөйләй башлай. Аҙаҡ бөтөнләй был урын «башкирка»ға әйләнә. Тотош отрядының һәләк булыуына үҙен ғәйепле тойған башҡорт ҡатыны ғүмеренең аҙағынаса бер ҡайҙа ла китмәгән. Яугирҙарына биргән тоғролоҡ антын боҙмаған һәм һуңғы һулышына хәтлем әруахтарға арнап доғалар уҡыған, ти. Күпме йылдар үтһә лә, башҡорттар менән казактар алышҡан урында әле лә кеше һөйәктәре табылып тора.
 
Һәйкәлгә ошондай һүҙҙәр уйып яҙылған:
 
Людское сердце пусть не каменеет
 
От новых бед, от былых обид...
 
Пусть память предков добрым ветром веет,
 
А умный разум всех поймет и простит...
 
 
Мансур Ҡаҙаҡаевтың мәҡәләһе файҙалынды.
 
 
Автор:М. Йәнгилдин
Читайте нас