+13 °С
Болотло
Эйе, яңы коронавирустан ғүмере өҙөлөүселәр күп. Әммә йәнә бер сир буйынса үлем кимәле хәүефкә һала.
“Минеңсә, – тигән табип, ”Спутник” радиоһына интервьюһында, - бөтә үлем осрағының 50 проценты самаһы йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә бәйле. Был – икенсе пандемия...”
Баҡһаң, күп илдә был күрһәткес түбән икән. Рәсәйҙә ошо хәүефте нисек үҙгәртергә һуң? Табиптарға ғына бәйле түгел, кеше үҙе лә һаҡланырға тейеш. Һәр кем йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәшә ала. Йәғни, хәүефте кәметергә мөмкин.
Мәҫәлән, ти эксперт, гел генә ултырып эшләүселәр ваҡыты-ваҡыты менән тороп, күнегеүҙәр яһаһын. Ни өсөн тигәндә, йөрәктең ишемия сирҙәре һәм гипертония әҙ хәрәкәтләнгәндән дә барлыҡҡа килә.