Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2021, 20:20

Ҡамыр эсендә ҡыҙҙырылған балыҡ

Табынға бик тәмле ҡабымлыҡ.    

Ҡамыр эсендә ҡыҙҙырылған балыҡ
Ҡамыр эсендә ҡыҙҙырылған балыҡ

500 г таҙартылған балыҡ, 5 ҡалаҡ он, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы, ярты лимон, 2 йомортҡа, ярты стакан ҡайнаған һыу, ҡыҙҙырыу өсөн 100 г май.

Башта ҡамыр әҙерләргә. Сөм һауытта онға тоҙ һәм үҫемлек майы, ярты стакан һыу һалып, яҡшылап болғатырға. Төйөрҙәре ҡалмаһын. Балыҡ итен 1 см киңлектәге һәм 5-7 см оҙонлоҡтағы киҫәктәргә турарға, тоҙ, ваҡлап туралған йәшел үлән, борос һибергә. Балыҡ өҫтөнә лимон һутын һығырға, 1 ҡалаҡ үҫемлек майын ҡушып болғатып, 15-20 минутҡа ҡуйып торорға. Ҡамырға күпертелгән 2 йомортҡа ағы ҡушырға. Балыҡтың һәр киҫәген сәнске менән алып, ҡаймаҡ ҡуйылығындағы ҡамырға манырға һәм кәстрүлдәге ҡыҙған майҙа ҡыҙҙырырға.

Фото:twilight-saga.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: