Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2021, 14:55

Аҙ ҡатлы төҙөлөшкә иғтибар буласаҡ

– Аҙ ҡатлы төҙөлөш переспективалы. Етәкселек был йүнәлештә эшләгән төҙөүселәргә ярҙам итергә, өҫтәмә ярҙам саралары менән стимуллаштырырға  әҙер, – тип белдерҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Аҙ ҡатлы төҙөлөшкә иғтибар буласаҡ
Аҙ ҡатлы төҙөлөшкә иғтибар буласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров «Зубово Лайф» торлаҡ комплексы майҙансығында Төҙөүселәр ассоциацияһының күсмә ултырышында ҡатнашты. Кәңәшмә барышында  биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү механизмдары, аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө өсөн кредит ресурстарын файҙаланыу, төҙөүсенең инженерлыҡ селтәрҙәренә  тоташтырыуға сығымдарҙы оптимәлләштереү тураһында фекер алыштылар.

– Аҙ ҡатлы төҙөлөш переспективалы, етәкселек был йүнәлештә эшләгән төҙөүселәргә ярҙам итергә, өҫтәмә ярҙам саралары менән стимуллаштырырға  әҙер, – тип белдерҙе Андрей Назаров. Ул иғтибар иткән мәсьәләләр – социаль, транспорт һәм инженерлыҡ инфраструктураһын булдырыу.

   Беҙҙең республикала аҙ ҡатлы төҙөлөш күләме 7 процент тәшкил итә.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: