Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2021, 16:10

661 кешенең ғүмере ҡотҡарылған

Янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар арҡаһында   республикала 661 кешенең ғүмере ҡотҡарылған.

661 кешенең ғүмере ҡотҡарылған
661 кешенең ғүмере ҡотҡарылған

 

Ут сығыуын иҫкәртеүсе прибор яңғыҙ йәшәгән ололарға, бәлиғ булмаған сабыйҙар тәрбиәләгән күп балалы, социаль яҡтан хәүефле һаналған ғаиләләргә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, инвалидтарына, концлагерь тотҡондарына янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар бушлай бирелә. Шулай уҡ 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып бәпестәре тыуған ғаиләләргә лә бүләк ителә.

Был исемлеккә «Һуғыш балалары», хәрби бурысын үтәгәндә хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған хәрби хәрәкәт ветерандары һәм инвалидтарының ғаиләләре, граждандар хәүефһеҙлеге һағында тороусы башҡарма власть органдарының ғаилә ағзалары өҫтәлә.
Хаҡы ҡиммәт түгел. Йорттоң түбәһенә ҡуйғас, батареяларын тикшереп торорға кәрәк. Шулай уҡ уны мобиль кеҫә телефоны менән бәйләп була. Янғын сыҡҡан хәлдә, минисиренанан сигнал киләсәк.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: