

Йәш әсә психик сиргә юлыҡҡан, шунлыҡтан улын Сабыйҙар йортонда ҡалдырырға мәжбүр була. Социаль селтәрҙә уның «өс айлыҡ улыма яҡшы ғаилә эҙләйем» тип иғлан таратыуы береһен дә битараф ҡалдырманы.
Атаһы – эшҡыуар, әсәһе – шағирә.
Күптәрҙең ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, Викторияға ысынлап ярҙам күрһәтергә теләүселәр бар ине. Ҡатын уларға рәхмәтен белдерҙе.
- Мин сабыйыма бер нисек тә ғаилә һайлай алмайым, барыһын да опека органдары хәл итәсәк. Барыһына ла ярҙамы өсөн рәхмәт, - ти ул.