Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2021, 17:35

Терегөмөшлө лампочка зыянлымы?

Йорттағы лампочкаларҙы заманса лампочкаларға үҙгәртеп бөттөк. Һаулыҡҡа зыянлы түгелме икән улар?   

Терегөмөшлө лампочка зыянлымы?
Терегөмөшлө лампочка зыянлымы?

 

 Әлегә диодлы (светодиодные лампы) был лампочкаларҙың кеше һаулығына йоғонтоһо тулыһынса өйрәнелмәгән. Әммә спираль эсендә терегөмөш парҙары булған был приборҙың  беҙҙең сәләмәтлеккә зыян килтереү ихтималлығы барҙыр.  Мәҫәлән, Бөйөк Британия ғалимдары, тән тиреһе, организмы һиҙгер кешеләр уларҙың йоғонтоһон тиҙ һиҙә, тигән фекергә килгән. Улар фекеренсә, яңы быуын лампалары тире яман шеше тыуҙырырға һәләтле, унан мигрень, эпилепсия менән сирләүселәрҙең өйәнәктәре йыш ҡабатланыуы, кешенең башы әйләнеүе ихтимал.

 

Фото:

 

aliexpress.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: