Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2021, 08:15

Музейҙа һаҡланасаҡ

 БР Милли музейына тарихи уникаль экспонат — 1920 йылғы 2-се Башҡорт уҡсылар полкының айырым башҡорт уҡсылар бригадаһы байрағы тапшырылды.

Музейҙа һаҡланасаҡМузейҙа һаҡланасаҡ
Музейҙа һаҡланасаҡ




Ул Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Филүс Хәмит улы Ишбулатовтың тырышлығы менән АҠШ-ғы шәхси коллекциянан һатып алынған.

Флаг 1919 йылда Петросоветта айырым батырлыҡ өсөн бирелгән булған.
1920 йылдың апрелендә Башревком уҡсылар бригадаһы өсөн айырым байраҡтар әҙерләргә ҡушҡан һәм 1 майҙа бригада һәм 1-се кавалерия полкына тапшырырға ниәтләгән. Әммә ул 27 майҙа ғына тапшырыған.
Әле БР Милли музейы фондында 1-се, 2-се башҡорт уҡсылар полкы һәм Петроград эшселәр Советы һәм Ҡыҙыл Армия депутаттары байраҡтарынан тыш, 46 байраҡ һаҡлана.

Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең урындағы бүлексәһе етәксеһе Р. Рәхимов фекеренсә, төп байраҡтар тапшырылғанса, башҡорт яугирҙәре рәсми булмаған байраҡтар файҙаланған. Шуларҙың береһе хәҙер БР Милли музейында һаҡланасаҡ.

Байраҡ ике яҡлы: бер яғында ҡыҙыл туҡымаға социализм билдәһе төшкән айлы йондо төшөрөлгән, икенсе яғында ҡалҡанлы ҡылыс һәм ат һүрәте, «Башҡортостан» һүҙенең ғәрәпсә яҙыуы бар.

 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас