

Коляскала ултырған ивалид ҡатын Асҡын боҙ мәмерйәһенә төшкән. Әйткәндәй, бындай осраҡ Башҡортостанда тәүгә күҙәтелә.
Бағыусылар һәм ҡотҡарыусылар ярҙамында ҡатын үҙ күҙҙәре менән мәмрейә эсен һәм ундағы унар метрға еткән боҙ сталагмиттарын күрә алды.
Башҡортостан буйынса тәбиғи ҡомартҡыларға барыу йылдан-йыл еңелләштерелә,
уларға сәфәр ҡылыуҙы сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә башҡара ала.
– Тәбиғи ҡомартҡыларҙы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә күрә алһын өсөн, барлыҡ шарт булдырыу эштәре дауам итә. Әле мәмерйәгә барыу өсөн урман аша һыҙат булдырыла, юлдарға таш түшәлә һәм текә урындарға баҫҡыстар ҡуйыла. Беҙҙең әлеге экспедицияла Мәскәү һәм Санкт- Петербургтан кешеләр ҡатнашыуы ла ҡыуаныслы ваҡиға, – тип белдерҙе БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Фото: Т. Аманов