Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2021, 20:35

Эҫе һыуҙа әҙерләнгән ҡамырҙан чебуректар

Бешереп ҡарайыҡ, хужабикәләр!

Эҫе һыуҙа әҙерләнгән ҡамырҙан чебуректар
Эҫе һыуҙа әҙерләнгән ҡамырҙан чебуректар

 

 1 йомортҡа, тоҙ, 3 стакан он, 1 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 стакан эҫе һыу кәрәк.

Йомортҡаға тоҙ һалып күпергәнсе туғырға, өс стакан он, көнбағыш майы һалырға. Һуңынан бер стакан эҫе һыу ҡойоп ҡамыр баҫырға.  Ярты сәғәткә ҡамырҙы ултыртып торорға.  Эслек өсөн үткәрелгән иткә тоҙ, күп кенә итеп һуған турап һалабыҙ. Чебуректар эшләгәс, майҙа ҡыҙҙырырға.

 

Фото:forumsamogon.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: