Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2021, 20:55

Балаға нимә бүләк итергә?

Йәшенә ҡарап балаларҙың тыуған көндәренә нимә бүләк итергә була?

Балаға нимә бүләк итергә?
Балаға нимә бүләк итергә?

 

Психологтар кәңәш итеүенсә, балаларға йәштәре һәм йәш талаптары буйынса әйбер алырға кәрәк.

3 — 5 йәштәгеләргә

Был осорҙа уларға тәм-том, уйынға бәйле әйберҙәр бүләк итергә була:

— ғәҙәти булмаған фломастерҙар;

— уйын-китаптар;

— малайҙарға — конструктор;

— ҡыҙҙарға — ҡурсаҡтар менән уйын йыйылмалары (аш бүлмәһе, дауахана һ. б.).

6 — 8 йәштәгеләргә

Был балалар мәктәпкә йөрөгәс, уҡыуға бәйле түбәндәге әйберҙәргә шат буласаҡ:

— ғәҙәти булмаған пенал, янып тороусы юйма, күренмәҫ пасталы ручка һ.б.;

— компьютер уйындары;

- янып тороусы клавиатура,

— популяр йәнһүрәттәр яҙҙырылған дисктар;

— йомшаҡ уйынсыҡтар;

— өҫтәл уйындары,

— саңғы, коньки.

9 — 12 йәштәгеләргә

6—8 йәштәгеләргә биргән бүләктәр ҙә бара. Ҡыҙҙарға кейем (байрам күлдәге һ.б.), биҙәүестәр, сәс ҡыҫтырғыстар, балалар косметикаһы йыйылмаһы бик оҡшаясаҡ.Малайҙарҡа йыйылмалы машина моделдәре, «Лего» уйынсығы, «Аҡыллы сәғәт» һ.б.

13- 15 йәштәгеләргә 

Ҡолаҡсын, яҡшы косметика, модалы еңел кейем-һалым, аяҡ кейеме, китаптар бүләк итергә була. Улар теләгән иң яҡшы бүләк, әлбиттә, кеҫә телефоны һәм уның аксессуарҙары, смарт- браслет, спорт әйберҙәре.

Фото: vplate.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: