Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2021, 14:05

Орейро Рәсәй гражданы булды

Хәтерегеҙҙәме, “Ҡырағай фәрештә” (“Дикий ангел”) киноһын иҫебеҙ китеп ҡарай торғайныҡ. Бына хәҙер киноның төп актрисаһы беҙҙең илдеке булып китте.

Орейро Рәсәй гражданы булды
Орейро Рәсәй гражданы булды

Ил башлығы В. Путин Наталья Орейроны һәм уның улы Атауальпе Мольо Орейроны Рәсәй граждандары тип иҫәпләү хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Уругвай актрисаһының Рәсәй паспорты алырға йөрөүе хаҡында 2020 йылда билдәле була. Ул ваҡытта был хаҡта Наталья Орейро үҙе хәбәр итә, уны ҡатын күп сәйәхәт итергә яратыуы һәм Рәсәйгә ял итергә күп килеүе менән бәйләй.

Орейро әйтеүенсә, ул беҙҙең илдә йәшәргә уйламай. Ә гражданлыҡты Рәсәй тамашасыларына рәхмәт йөҙөнән генә алған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: