Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2021, 13:50

Кодлы донъям...

Белмәй ҙә ҡалдыҡ – тормошобоҙға “теге ҡара квадрат” килеп тә инде. Ҡасан ғына ул QR-кодтарҙы бары тик тауарҙарҙа ғына була икән, тип уйлағайныҡ. Ә хәҙер... Мәҫәлән, минең үҙемдә генә лә тап ошо ваҡытта улар дүртәү. Һанайым.

Кодлы донъям...
Кодлы донъям...

Алдан шуны әйтәм: коронавирустан вакцина яһатырға мине берәү ҙә мәжбүр итмәне, ҡурҡытманы. Үҙ теләгем буйынса (иң тәүҙә оло әсәйемде уйлап, сөнки уның янына аҙна һайын “миллионник” Өфөнән ҡайтып йөрөйөм, Аллам һаҡлаһын, мин сирле булып, уға вирус йоҡторһам, тәүбә, тәүбә) алдан табиптарҙа тикшерелеп, ҡаҙаттым. Барыһы ла ниңәлер ҡурҡҡан “Спутник V”-ны. Бер ниндәй кире йоғонтоһон тойманым, Аллаға шөкөр. Һәм миңә дәүләт хеҙмәте (госуслуги) аша сертификат менән QR-код бирелде. Ул кодым бөтә ерҙә – эштәге компьютерымда, өйҙәге ноутбугымда, телефонымда, сумкамда ҡағыҙ форматта бар. Ике телдә. Беренсе кодым ошо булды.

Икенсеһе. Сит илгә ялға барырға ниәтләгәйнем. Мин бит вакциналы, тимәк, мөмкин, сиктәр асыҡ. Төркиәгә инеү өсөн “hes-код” кәрәк булып сыҡты. Уларҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бирә. Хәүефһеҙлек өсөн, әлбиттә. Сайттарына индем, анкета тултырҙым һәм миңә ул кодты ебәрҙеләр ҙә. Хәҙер баяғы кеүек бөтә ерҙә – компта, ноутта, телефонда һәм сумкамда ҡағыҙ форматта икешәр код йөрөтә башланым.

Өсөнсөһө. Мин Төркиәлә саҡта Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды. Бер аҙнанан барыбер ҡайтам бит инде, юҡ түҙемһеҙ, дәүләт хеҙмәте порталында үҙ аллы анкета тултырырға булдым. Бер ауырлыҡһыҙ башҡарылды был процесс. Рәхәтләнеп башҡортсалаптырып һорауҙарға яуап яҙып ебәрҙем. Росстат ҡабул итте һәм минең шәхси кабинетҡа... код ебәрҙе. Матур ғына ҡупшы QR-код. Ҡыуандым. Телефоныма күсерә һалып алдым. Бер кешелә шунса код булһынсәле!

Дүртенсеһе. Сит илдең диңгеҙендә рәхәт, әлбиттә, әммә унда ҡала алмайым, ҡайтырға ваҡыт етте. Туроператорым иҫкә төшөрә: Алһыу, Рәсәйгә инеү өсөн анкета тултырырға кәрәк, Роспотребнадзор һорай... Рәхмәт, “госуслуги” порталына! Төркиәнең Даламан ҡалаһы аэропортына барып та индем, теркәлеү үтеү менән анкета тултырырға тотондом. Аллам һаҡлаһын, илемә индермәй ҡуйһалар! Эшемде бөтөрөүгә, йәғни анкетаны дәүләт хеҙмәте аша тейешле урынға юллауға йәнә бер код килеп төшмәһенме! QR-код!

Самолет Рәсәй сиген уҙыуға бортпроводниктар ниндәйҙер ҡағыҙ тарата башланы. Ҡараһам, тағы анкета! Хәйерһеҙҙе! Шул сикте үтеү өсөн икән. Кешеләрҙең бәғзеләре ризаһыҙлыҡ белдерә, кемеһелер битараф ҡына алдына һала, тыңлаусандар яҙа башланы. Мин инде эре генә ултырам. Сөнки кодым бар! Мәскәү аэропортында махсус өҫтәлдә шул анкеталарҙы, кодтарҙы күрһәтергә икән.

Бишенсеһе... Ай, юҡмы ни!? Бирегеҙсе!

Әйткәндәй, вакциналау тураһында сертификатты әлегәсә бер генә ерҙә күрһәттем: отпускыға сыҡҡанда ғаризама беркеттем. Өфөлә һуңғы сикләүҙәр ғәмәлгә ингәс, ҙур сауҙа үҙәктәренә, кеше күп йөрөгән урындарға барғаным юҡ.

Төркиәлә “hes-код”ты ла бер генә тапҡыр һоранылар (бәлки, бәләкәй курорт ҡалаһы булғанғалыр): сауҙа үҙәгенә ингәндә.

Шулай, йәмәғәт. Был (QR-кодлы донъябыҙ) ваҡытлыса булһын тип өмөтләнәйек. Берәй заман кодтарыбыҙҙы фотоальбомға йәбештереп ҡуйырбыҙ. Тарих иҫләр...

Пы.Сы. Код йөрөтөүҙән миңә эҫе лә, һыуыҡ та түгел. Тыныс ҡабул итәмсе. Сабыр...

Фото: vk.com

Кодлы донъям...
Кодлы донъям...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: