14 ноябргәсә дауам итәсәк был акция. Иҫәп алыусылар һаны етерлек, улар һәр кемде һанауҙы, теркәүҙе маҡсат итеп алған.
Тәтешле районының Шулған мәктәбендәге "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәгендә иҫәпсе Елена Заһитова менән осрашыу ойошторолған. Ул балаларға әһәмиәтле сара хаҡында ентекләп һөйләгән, тип хәбәр итәләр район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Әйткәндәй, "Үҫеш нөктәһе" үҙәге "Мәғариф" милли проектын ғәмәлгә ашырыу йүнәлештәренең береһе "Заманса мәктәп" проекты буйынса төҙөлгән.
Фото: Тәтешле районы хакимиәтенән.