Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2021, 14:35

Башҡортостанда бер ир “ҡара эш” менән шөғөлләнеп көн иткән

Ул 5 йыл буйы тикшереүҙән ҡасып йөрөгән.

Башҡортостанда бер ир “ҡара эш” менән шөғөлләнеп көн иткән
Башҡортостанда бер ир “ҡара эш” менән шөғөлләнеп көн иткән

 Салауатта йәшәүсе 44 йәшлек ир законһыҙ рәүештә наркотик һаҡлауҙа һәм уны йөрөтөүҙә ғәйепләнә. Ир Салауаттан Белоретҡа тыйылған матдәләрҙе алып барған. Наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре енәйәттә ғәйепләнеүсене 2015 йылда ҡулға ала һәм машинаһында ярты килограмм наркотик таба. Әммә ир тотҡондан ҡаса. Уға 2016 йылда эҙләү иғлан ителә һәм, ниһайәт, быйыл сентябрҙә йәнә ҡулға алалар. Ир үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: