Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2021, 12:45

Андрей Назаров: "Беҙ Шүлгәнташ мәмерйәһен киләһе быуындарға һаҡлар өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ"

25 октябрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән Башҡортостан Хөкүмәтенең ултырышында Шүлгәнташ мәмерйәһендә ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү буйынса комплекслы эш барышы тикшерелде.

Андрей Назаров: "Беҙ Шүлгәнташ мәмерйәһен киләһе быуындарға һаҡлар өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ"
Андрей Назаров: "Беҙ Шүлгәнташ мәмерйәһен киләһе быуындарға һаҡлар өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ"

Премьер-министр әйүтеүенсә, был проектты тормошҡа ашырыу "Палеолит эпоханыһа ҡараған һүрәттәре булған Шүлгәшташ мәмерйәһе" уникаль мәҙәни мираҫ объектының һаҡланып ҡалыуына булышлыҡ итәсәк.

- Беҙ был объектты киләһе быуындарға һаҡлар өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Шулай уҡ был республиканың халыҡ-ара имиджын да арттыра, - тине Андрей Назаров һәм Бөрйән районы туризм өлкәһенә ҡыҙыҡлы булһын өсөн эшләү мөһим тип белдерҙе. 

БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы Олег Полстовалов белдереүенсә, Шүлгәнташ мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә өсөнсө критерий буйынса инергә ниәтләй. Бының буйынса "объект юҡҡа сыҡҡан йәки быға тиклем булған цивилизация йки мәиҙәни традицияға ҡарата уникаль йәки кәм тиһәндә мөһим объект булып тора". 2020 йылдан алып номинация досьеһы һәм идара итеү планы буйынса фәнни-тикшеренеү эше алып барылған һәм ул яңыраҡ тамамланған. Әле ике томлыҡ номинация сит ил телдәренә тәржемә ителә.  ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү биләмәне үҫтергәндә ҙур тотанаҡлыҡ талап итә. 2020 йылда уны төҙөкләндереү буйынса генераль планы проекты төҙөлгән. Уның буйынса тәбиғи мөхит кире ҡайтарыласаҡ һәм экологик хәүефһеҙлек тә һаҡланасаҡ.

 

25 октября на заседании Правительства РБ был рассмотрен вопрос субсидировании  туроператоров в 2021 году, привлекших в республику туристов из других субъектов Российской Федерации.

– Господдержка туроператоров является одним из принципов государственного регулирования туристической деятельности, – сказал Андрей Назаров. – В 2021 году Правительство республики в рамках третьего  пакета антикризисных мер уже утвердило отдельные меры поддержки туристской индустрии, которые направлены на развитие внутреннего и въездного туризма, в том числе в геопарках, создание и развитие глэмпингтов, этно-комплексов.

По словам председателя Государственного комитета РБ по туризму Эльмиры Тукановой, новый шаг властей республики по поддержке и развитию въездного туризма предусматривает дополнительные  субсидии туроператорам на возмещение части затрат.

– Размер субсидии определяется в зависимости от продолжительности пребывания туристов в гостиницах или транспортных специализированных средствах размещения, расположенных на территории республики, – уточнила Эльмира Туканова. – Так, если турист будет жить от 1 до 4 ночей, туроператор получит по 1000 рублей за каждого привлеченного туриста, а если турист задержится на 5 ночей и более – 2500 рублей

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: