

75 йәшлек Мария Владимировна һәм уның кейәүҙәге ҡыҙының ғаиләһе күмәкләп ҡала үҙәгенә күсергә уйлай. Бының өсөн улар үҙҙәре йәшәгән фатирҙы ла һата. 6 миллион һумдан ашыу аҡса пенсионерҙың картаһы иҫәбенә күсерелә. Тик ғаиләнең күптәнге хыялы бер нисә минутта селпәрәмә килә.
Октябрь башында уға билдәһеҙ кеше шылтырата һәм үҙенең банк хеҙмәткәре булыуын әйтә. Ул ҡатындың картаһынан 100 мең һум күсерергә йыйынғандарын һәм ҙур сумманы һаҡлап алып ҡалыу өсөн телефонға килгән кодты әйтергә ҡуша. Бер ҡатлы Мария Владимировна шулай эшләй ҙә. Бер аҙҙан уға тағы ла шылтыраталар һәм, Мәскәүҙән Тәфтиш комитеты хеҙмәткәре булыуҙарын әйтәләр. Оло кешенең башын бутап, карталағы аҡсаны тулыһынса икенсе иҫәпкә күсерергә кәрәклеген белдерәләр.
– Мин хәҙер йортһоҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа. Үҙем генә булһам улай уҡ көймәҫ тә инем, ҡыҙымдың ғаиләһен дә йортһоҙ ҡалдырҙым бит, – тип борсола Мария Владимировна.
Фото: Т. Аманов