

Көндөҙ сәғәт бишенселә Туймазы районында "ВАЗ-2112" менән "КамАЗ" йөк машинаһы бәрелешкән. "ВАЗ"дың артҡы ултырғысында ултырған өс ҡатын да үлемесле яраланып, шунда уҡ йән биргән. Уларҙың береһенә 33 йәш булған, икенсеһенә - 55, өсөнсөһө 58 йәшлек. Водитель, Благовар районынан 35 йәшлек ир, уның 38 йәшлек граждан ҡатыны бик ауыр яраланған.
Кисен Өфө районында 58 йәшлек ир "Лада Нива" машинаһында 61 йәшлек ҡатынды тапаған. Йәйәүле һәләк булған.
Юлда һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Тәүлек эсендә 1800-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 58 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.