Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октября 2021, 04:55

Көн торошо

Алдағы ике көнгә яҡынса фараз яһалды. Бөгөн һәм иртәгә республикала ямғыр, ҡар ҡатыш ямғыр яуа һәм боҙлауыҡ була, тип хәбәр итә синоптиктар.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Бөгөн төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Көндөҙ ямғыр һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 3-8 градус йылы.

26 октябрҙә ҡар ҡатыш ямғыр, епшек ҡар яуасаҡ, урыны менән юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 2-7 градус һалҡын, көндөҙ 0-5 градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас