Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2021, 05:30

"Иғтибар - балалар!"

Ошо исем аҫтында бөгөндән ЮХХДИ һәм мәғариф органдары юлдарҙа балалар травматизмын иҫкәртеү саралары үткәрә. ⏬

"Иғтибар - балалар!""Иғтибар - балалар!"
"Иғтибар - балалар!"

Быйыл 9 айҙа республикала балалар ҡатнашлығында 377 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Үкенескә ҡаршы, 16 бала үлгән, 420-һе йәрәхәтләнгән. 163 аварияла балалар пассажир булған - 14 үлем, 198 йәрәхәт теркәлгән. 8 аварияла хәүефһеҙлек ҡайышһыҙ йәки ултырғысһыҙ булған өсөн ике бала үлгән.

Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән балиғ булмағандар эше буйынса инспекторҙар рейдтар үткәрәсәк, уҡытыусылар класс сәғәттәре үткәрәсәк. Хоҡуҡ һаҡлаусылар транспортта балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен тикшерәсәк.

Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, тематик конкурс-акциялар онлайнда уҙасаҡ. Саралар ноябрҙә тамамланасаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас