Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2021, 15:32

«Санкт-Петербург башҡорттары —  берҙәм һәм әүҙем!»

Төньяҡ баш ҡалала Башҡортостан мәҙәниәте көндәре тамамланды.

«Санкт-Петербург башҡорттары —  берҙәм һәм әүҙем!»
«Санкт-Петербург башҡорттары —  берҙәм һәм әүҙем!»

Унда республиканан рәсми ҡунаҡ сифатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә Лариса Абдуллина, БР-ҙың Мәғариф министрлығы белгесе Илдус Ҡаһарманов ҡатнашты. Сара барышында «Аҡбуҙат»тың йәш уҡыусылары Ансар һәм Дана Бүләковтар, Алина һәм Диана Йәһүҙиндар, Әминә һәм Рәшит Хамматовтар, Самир Ибраһимовтар менән осрашыу үткәрелде. Балаларға бүләккә журналдың махсус һаны, дүрт телдә сыҡҡан «Тере шишмә» китабы, милли орнаменттар менән биҙәлгән «Урал батыр» комикстары тапшырылды.

Санкт-Петербург ҡалаһында йәмәғәт башланғысы менән башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе ойошторолған. Унда 15 бала шөғөлләнә. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәктәпкә алфавит, уҡытыу-методик ҡуланмалар, нәфис әҙәбиәт тапшырҙы. Исмәғил Тасимов көндәрендә әүҙем ҡатнашҡан Артем Фәхриевҡа министрлыҡ дипломдары тапшырылды.

Башҡорт мәҙәниәте көндәре ҙур гала-концерт менән тамамланды. Тамаша «Ирәндек» фольклор ансамбле ойошторолоуға 35 йыл тулыуға арналды. Бынан тыш, концертта «Наза» бейеү ансамбле бейеүселәре сығыш яһап, тамашасы һөйөүен яуланы.

— Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алған осорҙа ошодай күркәм сара үткәрелеүе бик әһәмиәтле. Милләттәштәребеҙ ошо мөһим саранан ситтә ҡалмаҫ, әүҙем ҡатнашыр, тип ышанабыҙ. Санкт-Петербург башҡорттарына килгәндә, беҙ — берҙәм һәм әүҙем. Башҡортостанға ярҙам һәм хәстәр өсөн рәхмәтлебеҙ, артабан да был бәйләнештәр нығыныр тип өмөтләнәбеҙ, — ти Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Гөлназ Ибраһимова.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: