Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2021, 13:51

Прокурор тигәс тә...

Баймаҡ районы прокуроры тарыған аварияның сәбәптәре асыҡланды. Баҡһаң, барыһы ла яҡындағы видеокамераға төшөрөлгән.

Прокурор тигәс тә...
Прокурор тигәс тә...

19 октябрҙә Баймаҡтың Стахановсылар урамында район прокуроры үҙенең эш машинаһы менән ошонда уҡ йәшәгән вахтасының автомобилен бәрҙерә. Бәхеткә күрә, «Приора»ла ултырған күп балалы ғаилә имен ҡала, береһе лә зыян күрмәй. Ә бына ике автомобиль дә апаруҡ ҡына ватыла.

Авария яҡындағы видеокамераға төшөрөлә. Видеола прокурорҙың телефондан водителен саҡырыуы, унан машинаһының дәүләт номерын систереүе, ниндәйҙер бер төргәк тоттороуы асыҡ күренә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре лә ниңәлер протоколды прокурор менән түгел, ә уның водителе менән төҙөй. Тиҙҙән барыһы ла асыҡланыр. Мәғлүм булыуынса, аварияла ғәйепләнеүсе Баймаҡ районы прокуратураһын 2012 йылдан етәкләй.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: