Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2021, 14:00

Һорағанын алған

Яңыраҡ 12 йәшлек ҡыҙ енси бәйләнешкә инеп, көсләргә уйлаған ирҙе туҡмаған.

Һорағанын алғанҺорағанын алған
Һорағанын алған

Был хәл Мәскәү ҡалаһы янында була. Билдәле булыуынса, ул түңәрәктәрҙән һуң йортона юллана. Әммә юлда уға сәйер ҡараған ирҙе күрә. Ул йүгереп килеп баланы аулағыраҡ яҡҡа һөрәкләй башлай. Ҡыҙ ирҙең ҡулынан ысҡына һәм енси ағзаһына тибә. Һуңынан ҡасып 1,5 саҡрым юлды йүгереп үтә. Был хаҡта телефондан ата-әсәһенә хәбәр итә. Үҫмерҙе хәле бөтөп йығылған килеш фонтан янында табалар. Әсәһе белдереүенсә, һаҡланыу сараларына ҡыҙҙы атаһы өйрәткән була.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас