Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2021, 15:59

Кеше аҡсаһын кинәнеп тотонған...

Бәләбәй районының Приют ауылында 57 йәшлек ир менән ҡатын бергә ҡунаҡ булғандар. Иҫерек ир, хисләнеп китеп, Бәләбәй ҡалаһында ҡуртымға бүлмә алыр өсөн ҡатынға үҙенең банк картаһын биреп, пин-кодты әйткән. 

Кеше аҡсаһын кинәнеп тотонған...Кеше аҡсаһын кинәнеп тотонған...
Кеше аҡсаһын кинәнеп тотонған...

Тик ҡатын картаны үҙ мәнфәғәттәрендә генә тотонорға ашыҡҡан. Бер нисә көн буйына ул кеше аҡсаһына аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып йөрөгән, үҙенә һәм балаларына кейем дә алған. Газ счетчигы менән ҡыйбатлы смартфон да һатып алған. Ҡыҫҡаһы, йөҙ мең һумдан ашыу аҡсаны рәхәтләнеп тотонған. Ир картаһын полиция ярҙамында ғына кире ҡайтара алған.

Хәҙер был ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас