

Бер көн шулай аҡһаҡал халыҡ араһында көләмәс һөйләгән. Эй, көлгәндәр, эй, көлгәндәр. Торараҡ аҡыл эйәһе шул уҡ көләмәсен шул уҡ кешеләргә тағы һөйләгән. Бер нисә кеше генә көлгән.
Күпмелер ваҡыттан йәнә шул көләмәсен һөйләргә тотонған. Был юлы бер-ике кеше генә йылмайған, көлөүселәр булмаған.
– Бына, һеҙ бер көләмәсте өс тапҡыр тыңланығыҙ, әммә бер үк нәмәгә туҡтауһыҙ көлөү мөмкин түгел. Һуң, бәғзеләрегеҙ ниңә бер сәбәптән ҡабат-ҡабат илай? – тип һораған.
Аҡыл эйәһенең был һүҙҙәрендә уйлыға уй бар бит...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.