

Иртән йорт хужаһы уянғас, хушлашмай ҙа сығып киткән дуҫына шылтыратырға була. Телефонды ҡулына алғас, аҡсаһының билдәһеҙ иҫәпкә күсерелеүен күреп, шаҡ ҡатҡан. Ул шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт иткән.
Оператив-эҙләү саралары барышында аҡсаның юғалыуында ғәйепле ирҙе - зыян күреүсенең 31 йәшлек дуҫын эҙләп тапҡандар.
Ир үҙ ғәйебен танып, аҡсаларҙы букмекерҙар иҫәбенә күсереүен, өҫтәмә аҡса эшләргә маташҡанын аңлатҡан.
Дуҫын тыпа аҡсаһыҙ ҡалдырған иргә ҡарата енәйәт эше асылған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.