Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2021, 11:15

Һаҡ булығыҙ, ҡош киҙеүе!

Ҡош киҙеүе таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн халыҡтың ҡош-ҡорто юҡ ителә.

Һаҡ булығыҙ, ҡош киҙеүе!Һаҡ булығыҙ, ҡош киҙеүе!
Һаҡ булығыҙ, ҡош киҙеүе!

Был сир таралыуы тәүгеләрҙән булып Туймазы районының Бишҡурай ауылында октябрь баштарында теркәлә. Билдәле булыуынса, бында өйрәк-ҡаҙҙар ауыл эргәһендәге күлдә ҡырағай ҡоштарҙан ҡош киҙеүен йоҡтора. Шуға ла сирҙең таралыуын туҡтатыу маҡсатында район халҡының ҡош-ҡорто хужалыҡтар буйлап йөрөп махсус полигондарҙа яндырыла. Әле республика буйынса 6 мең тирәһе ҡаҙ, өйрәк, күркә юҡ ителгән. Туймазы районының Бишҡурай һәм Николаевка ауылдары биләмәләренә ингән 4 ауылы хужалыҡтарында ҡош-ҡорт тулыһынса юҡҡа сыға. Белгестәр кешеләр һаулығына ла иғтибар бүлә, уларға киҙеүгә ҡаршы вакцина эшләнә, йорттары зарарһыҙландырыла.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас