Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2021, 17:23

«Ул тормошто яратты...»

Өфөлә отставкалағы полковник, дәүләт эшмәкәре Иршат Фәхретдиновты һуңғы юлға оҙаттылар.

«Ул тормошто яратты...»«Ул тормошто яратты...»
«Ул тормошто яратты...»

Матәм сараһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында уҙҙы. Офицерҙы оҙатыуға БР Хөкүмәте, республика йәмәғәтселеге вәкилдәре йыйылды. 

«Иршат Юнир улының яҡты донъянан йәшләй китеп барыуы һәр кемебеҙ өсөн көтөлмәгән һәм үтә ауыр ваҡиға булды. Беҙ барыбыҙ ҙа уның менән яҡындан таныш инек, коллегабыҙҙы йәмәғәт, сәйәсәт эшмәкәре булараҡ, ғәҙел, тәртипле, көслө рухлы кеше булараҡ, ныҡ хөрмәт иттек», – тип иҫкә алды Иршат Юнир улын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

«Иршат Фәхретдинов тәжрибәле хәрби ине, уны яҡташтары ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән коллегалары ла хөрмәт итте. Дәүләт Думаһына һайланғас, ул үҙе хаҡында: «Мин – ваҡытлыса сәйәсмән булған хәрби кеше», – тип шаяртыр ине. Әлбиттә, унан яҡшы сәйәсәт эшмәкәре лә сыҡты. Беҙҙең парламенттың закон сығарыу башланғыстарын федераль кимәлдә яҡлап күп тапҡыр сығыш яһаны. Һуғыш ветерандарының тормошон яҡшыртыу өсөн күп ҡанун ҡабул итте. Барыбыҙ өсөн дә ауыр юғалтыу. Яҡшы кеше, яҡшы профессионал ине... Уны белгән кешеләр аҡылы, эшһөйәрлеге һәм әҙәплелеге өсөн ныҡ хөрмәт итте. Беҙҙең хәтеребеҙҙә мәңгегә шулай һаҡланыр.

Иршат Юнир улы тыуған төйәгендә – Ишембай районының Һайран ауылында ерләнде.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас