Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2021, 07:36

Кеше һине ниңә яратмай?

Бер йылан аулаусы йә­шәгән. Кәсебе уға арыу ғына килем дә килтергән. Шулай бер ваҡыт ул ағыу­лы йылан менән дуҫлаш­ҡан да, уны гел муйынына урап йөрөгән.

Был ир үҙе бик аралашыусан, кеше менән гәп­ләшергә яратыусан бул­ған. Тик башҡалар уның янында оҙаҡ тормай икән, бер-ике һүҙ әйтәләр ҙә, тегенең муйынындағы йыланына бағып, ары китеү яғын ҡарайҙар.

– Минең менән берәү ҙә һөйләшергә теләмәй! Кеше кешене тыңлай ҙа, ярата ла белмәй хәҙер! Хатта кешегә кешесә мөнәсәбәттә була ла белмәйҙәр! – тип илаулаған йылан аулаусы.

Уның был һүҙҙәрен берәү ишеткән һәм арыраҡ китеп ҡысҡырған:

– Муйыныңдағы ағыулы йыланды төшөрөп ебәр. Берәү ҙә һинән ҡасмаҫ. Бына шул кешесә буласаҡ! Бында башҡалар ғәйепле түгел бит. Һин үҙеңдең насар ғәҙәттәреңдән арын, кешене ытырғандыра торған нәмә эшләмә. Бына шул саҡта бәхетлерәк тә булырһың...

 

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: