Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2021, 09:45

Хушығыҙ, тығындар!

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша һалынған яңы күперҙең техник асыу тантанаһы уҙҙы. 

Хушығыҙ, тығындар!Хушығыҙ, тығындар!
Хушығыҙ, тығындар!

Күпер тулыһынса әҙер, әммә уны дүрт көн дауамында һынаясаҡтар. Бының өсөн һәр береһе 35-шәр тонна тартҡан 12 өс күсәрле автосамосвал йәлеп ителгән. Статик һынауҙар барышында күпер бағаналарына төшкән көсөргәнешлек үлсәнәсәк. Шулай уҡ күпер динамик һынауҙарҙы ла үтергә тейеш.

«Яңы күпер Өфө өсөн генә түгел, тотош республика халҡы өсөн мөһим объект. Ырымбур трассаһына һәм федераль әһәмиәттәге М-5 Урал автомобиль юлына сығыуҙы тәьмин иткән күперҙәрҙә пик сәғәттәрҙә тығындар барлыҡҡа килә. Яңы күпер халыҡҡа иркенерәк йөрөргә ярҙам итер, тип ышанам», - тип аңлаталар ҡала мэрияһында.

Һынауҙарҙың һөҙөмтәләре, ғилми-техник отчет һәм ҡоролманың паспорты заказсыға тапшырыласаҡ. Әйткәндәй, күпер «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты ярҙамында төҙөлдө. Уның оҙонлоғо - 688,8 метр. Күперҙә ҡаланан сығыу яғына ҡарай өс һыҙатлы хәрәкәт ойошторола.

 

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас