Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2021, 07:00

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар - 5

Рәсимә Ғәйнетдинова

Тыуған көнөм: 9 сентябрь.

Тыуған ерем: Дәүләкән райо­нының Бик-Ҡарамалы ауылы.

Белемем буйынса мин: музыка белгесе, филолог.

Эшемдә иң оҡшағаны: тыңлаусылар менән аралашыу.

Хәтерҙә ҡалған ваҡиға, герой: уларҙың һәр береһе ҡыҙыҡлы.

Рәхмәтлемен: әлбәттә, ата-әсәйемә, коллективыма, яҡын­дарға.

Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш:  эфирға һуңлау.

Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: минең менән тығыҙ элемтәлә йәшәгән тыңлаусым – Туймазынан Нурия апай.

Яратҡан йырым: моңло тауышлы йырсыларҙың мәғәнәле йырҙарын яратам.

Китабым: һуңғы ваҡытта Люциә Әблиева, Физәлиә Дәүләт­гәрәева, Гөлсинә Ғәлимуллина­ларҙың  ижадын яҡын күрәм.

Фильм: кәйефкә ҡарап, яратҡан актерым – Стас Бондаренко.

Эштән арып киткән саҡта:  һөйләшмәйенсә торам.

Ғорурланған һуңғы ҡаҙа­нышым: минең күңел биреп эшләгән проекттарым – “Тыуған төбәгем”  һәм “Тыуған яғым батырҙары”.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: