

Тәлғәт Шәрипов көйө,
Ғилемдар Рамазанов һүҙҙәре.
Тормош ҡосағында
Икәү йәш сағында
Бер-беребеҙҙе өҙөлөп һөйгәндә.
Алтын көҙ көнөндә
Баҫыу киңлегендә
Беҙ ултырттыҡ йәп-йәш имәндәр.
Алтын көҙ көнөндә,
Баҫыу киңлегендә
Беҙ ултырттыҡ йәп-йәш имәндәр.
Беҙҙең ғүмер менән
Ярышып үҫә имән.
Йәм-йәшеллек ҡаплай ерҙәрҙе.
Икәү сәскән өсөн,
Биреп йәшлек көсөн
Еңер улар ҡоро елдәрҙе.
Икәү сәскән өсөн
Биреп йәшлек көсөн
Еңер улар ҡоро елдәрҙе
Ярһыу елдәр үтер
Яҡты яҙҙар етер
Шул аҡланға икәү китербеҙ.
Ғүмер матур үтә
Урман шаулап үҫә
Йәшлек дауам итә, тиербеҙ.
Ғүмер матур үтә
Урман шаулап үҫә
Йәшлек дауам итә, тиербеҙ.