Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь 2021, 19:35

Һутлы манник

«Һутлы манник" тигән тәмлекәсте бешереп ҡараным. Бик тәмле, ҡабарып ҡына торған бисквит килеп сыҡты. Рецепты менән бүлешәм .    

Һутлы манник
Һутлы манник

 

Кәрәк: 1 стакан кефир, 1 стакан һөт,1 стакан маннный ярмаһы ,1 стакан он, 1 стакан шәкәр, 1 балғалаҡ сода, 1 пакет ванилин, йомортҡа.

 

Иң тәүҙә ҡамыр эшләй торған һауытҡа бер йомортҡаны һытабыҙ, уға бер стакан кефирҙы ҡушып туҡыйбыҙ. 1 балғалаҡ сода ҡушабыҙ (аш һеркәһе менән һүндереү кәрәкмәй). Артабан манный ярмаһы, шәкәр һәм ванилин ҡушырға,  төйөрсөктәре ҡалмаҫлыҡ итеп яҡшылап болғарға. Һуңынан ондо өҫтәргә.  Ҡуйы ҡаймаҡ кеүегерәк масса килеп сығырға тейеш.

 Табаны майлайбыҙ ҙа, шыйыҡ ҡамырҙы ҡоябыҙ. 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейескә ҡуйып ,35 минут самаһы ваҡыт эсендә бешереп алабыҙ. Бешкәнлеген ағас шпажка (нәҙек ағас сыбыҡ) менән сәнсеп тикшереп ҡарайбыҙ. Ағас ҡоро көйө генә сыҡһа, манник бешкән тигәнде аңлата. Һәм бына ошо урында иғтибар : манникты бешереп алғас та, өҫтөнә бер стакан һөт ҡойорға. Ҡурҡмағыҙ, һөт тиҙ генә арала бисквитҡа һеңә лә, ул тағы ҡабара төшә. Сәй өсөн тәмле,  йомшаҡ , дымлыраҡ тәмлекәс килеп сыға. Бешереп ҡарағыҙ.

Гөлгөнә Баййегетова.

Автор фотоһы.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: