Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь 2021, 10:59

Әбйәлилдең талантлы ҡыҙы Айгөл Әсәҙуллина концертына саҡыра

Сибай концерт-театр берекмәһенең моңло йырсыһы тамашасыларға үҙенең тәүге концерт программаһын тәҡдим итә.  

Әбйәлилдең талантлы ҡыҙы Айгөл Әсәҙуллина концертына саҡыраӘбйәлилдең талантлы ҡыҙы Айгөл Әсәҙуллина концертына саҡыра
Әбйәлилдең талантлы ҡыҙы Айгөл Әсәҙуллина концертына саҡыра

"АЙГӨЛ ИЛЕ” тип аталған программала йырсы күңелендәге ихлас хистәрен, уй-кисерештәрен моңло йырҙарына һалып, тамашасыларына еткерә. Һеҙҙе лә Айгөлдөң күңел пәрҙәләре асылған миҙгелдәренең шаһиты булырға саҡырабыҙ.
Сағыу тамашала Айгөл Әсәҙуллина һәм уның ижадташ дуҫтары Искәндәр Ғәзизов, Рәмил Туйсин, Зәбирә Әминева, Сөмбөл Моратова, Әлфир Заманов башҡарыуында эстрада, ретро, халыҡ йырҙары, тамашасылар яратып өлгөргән дуэттар, яңы йырҙар яңғыраясаҡ.

Концерт 5 НОЯБРҘӘ, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театрында киске сәғәт 7-лә башлана.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас