

Муниципалитет етәксеһе һүҙҙәренсә, күпер бер ай элек төҙөлә башлаған. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр йылғаның яр буйҙарын нығыта һәм тимер-бетон свайҙар ҡаға. Автотранспортҡа үтеү өсөн ваҡытлыса урау юл һалынған. Күпер декабрь айында әҙер булыр тип көтөлә.
Бынан алда башлыҡ Иҫке Сибайҙағы мәктәп төҙөлөшө хаҡында хәбәр иткәйне. Белеүебеҙсә, намыҫһыҙ подрядсы ойошма арҡаһында уның төҙөлөшө туҡтап ҡалды. 31 августа Иҫке Сибай халҡы йәмәғәт контроле булдырып, төҙөлөш эштәрен шәхси күҙәтеүгә алды.