Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2021, 05:20

Йәйһылыуҙы билдәләйбеҙ!

Хөрмәтле дуҫтар!"Йәшлек" гүзәле" конкурсын беҙ быйыл саҡ ҡына икенсе төрлө ойошторорға булдыҡ тип хәбәр иткәйнек. Йыл миҙгеленә ҡарата гәзиттә донъя күргән һылыуҡайҙарҙың фотоларын тауыш биреүгә ҡуябыҙ һәм Ҡышһылыу, Яҙһылыу, Йәйһылыу һәм Көҙһылыу билдәләйәсәкбеҙ. Йыл аҙағында дөйөм нәтижә яһағанда номинацияларға шул миҙгелбикәләр ҡуйыласаҡ, бер юлы тамашасы һайлауы урыны буласаҡ.

Йәйһылыуҙы билдәләйбеҙ!Йәйһылыуҙы билдәләйбеҙ!
Йәйһылыуҙы билдәләйбеҙ!



Әлеге ваҡытта Яҙ һылыуы билдәле, Йәй һылыуын асыҡлау тураһында бөтөнләй онотҡанбыҙ. Бер аҙ һуңлап булһа ла конкурсты уҙғарырға булдыҡ. Шулай итеп июнь, июль, август айҙарында гәзит биттәрендә донъя күргән һылыуҡайҙар - Зарема Шәрәфетдинова, Айгөл Рәхимова, Әлфинә Вәлиуллина, Эльза Исхаҡова араһында Йәй һылыуын билдәләйбеҙ.

Тауыш биреү бөгөндән 1 ноябргә хәтлем дауам итәсәк. Бының өсөн "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмдәргә инеп, үрҙә беркетелгән яҙмаларҙы ҡарағыҙ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас