

Бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Юлдарҙың айырым өлөштәрендә боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы – 2-7 градус йылы.
21 октябрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы епшек ҡар яуасаҡ. Төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер өлөшөндә боҙлауыҡ, таулы райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Ел төньяҡтан көньяҡ-көнсығышҡа күсеүсән, талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 0-5 градус һалҡын, көндөҙ 0-5 градус йылы.
Фото: Т. Аманов