Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2021, 17:30

Бәләбәй бокссыһының уңышлы дебюты!

Өфөнөң спорт һарайында профессиональ бокс кисәһе уҙҙы. 

Бәләбәй бокссыһының уңышлы дебюты!Бәләбәй бокссыһының уңышлы дебюты!
Бәләбәй бокссыһының уңышлы дебюты!

Бындай кимәлдәге саралар беҙҙә йыш булмай, шуға күрә ул Өфө халҡының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Етмәһә, ярышта Токиолағы Олимпия чемпионы Альберт Батырғәзиев та ҡатнашты. Әйткәндәй, ул ярышташын, Италиянан Суата Лазеҙы, нокаутҡа ебәрҙе. Ә беҙҙең өсөн иһә Бәләбәй егете Данис Ғабдрафиҡовтың сығышы мәртәбәле булды. Спортсы дүрт сағыу раунд үткәреп, Көньяҡ Сахалиндан тәжрибәле бокссы Владимир Флейшгауэрҙы еңеүгә өлгәште.

Һуңыраҡ Данис әйтеүенсә, уға тыуған диуарҙары, көйәрмәндәрҙең ҡеүәтләүе ҙур көс өҫтәгән һәм еңергә ярҙам иткән.

Башҡорт спортсыһы профессиональ бокссы булараҡ тәүгә сығыш яһай, әммә ул артабан да туҡтап ҡалырға йыйынмай. Бынан алда Данис Рәсәй йәштәре Спартакиадаһында алтын миҙал яулағайны. Бынан тыш, ул – Волга буйы федераль округы чемпионы, республика йыйылма командаһының алдынғы бокссыһы. Егет Ә. Әхмиҙуллин (Бәләбәй) һәм М. Карабанов (Өфө) етәкселегендә шөғөлләнә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас