

Мәғлүм булыуынса, 18 октябрҙән ковидҡа ҡаршы сараларҙың өсөнсө тулҡыны үҙ көсөнә инде. Кисәге көндән вакцина яһатыуҙы раҫлаған сертификат матурлыҡ салонына бөҙрәханаға, фитнес-үҙәктәргә, мунсаға барғанда талап ителә башланы.
Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, бөгөн иртә менән Дим районына ашыҡтыҡ. Ниәтебеҙ — урындағы хакимиәт вәкилдәре һәм башҡа күҙәтеү органдары менән берлектә указдың үтәлешен тикшереү.
Иртәнге сәғәт ун тирәһе... Дим урамдары тыныс. Юл буйында осраған һәр кибеткә инәбеҙ. «Биш тәгәрмәс» автомобилдәр өсөн запас частар магазинында беҙҙе битлек кеймәгән һатыусы ҡаршы алды. Әлбиттә, уның һатып алыусылары ла ошо хәлдә ине. Район хакимиәте вәкиле кибет хужаһын ҡаты итеп тиргәп, ҙур штраф һалынасағы хаҡында иҫкәртте, иҙәндәге дистанция билдәләрен дә яңыртырға ҡушты. Былар барыһы ла беҙҙең фотокамера тоҙағына эләкте. Артабан сәскә, һыра кибеттәре лә беҙҙең күҙ уңынан ысҡынманы. «Локомотив» спорт комплексына йүнәләбеҙ. Иртә менән күнекмәләргә ашығыусылар бихисап. Килгән һәр кем, Өфө районы хакимиәтенең архив бүлеге хеҙмәткәре, комплекс һаҡсылары тикшергәс кенә, бинаға үтә ала. Ошондай ҡаты күҙәтеү ҡуйылһа ла, талаптарҙы һанға һуҡмаусылар осрап ҡуя.
«Вакцинаның беренсе компонентын яһатып, икенсеһенә ҡул һелтәп ҡуйыусылар бар. Тимәк, улар үҙҙәренең һаулығын ҡайғыртмай. Мин әле табип күрһәтмәһе буйынса прививка яһатыу тыйылған кешеләр хаҡында һөйләмәйем. Әйткәндәй, беҙҙең спорт комплексына ла ундайҙар йөрөй, хәҙер мөмкинлектәре сикләнгән балалар килергә тейеш. Беҙ уларҙың белешмәһен тикшереп үткәрәбеҙ», — ти «Локомотив»тың һаҡсыһы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай рейдтар бөтә республика буйынса үтә. Уларҙың төп маҡсаты — халыҡ менән күҙгә-күҙ аралашып, вакцинаның мөһимлеген аңлатыу, талаптарҙың үтәлешен контролләү.
Юлай Кәримов фотолары.