Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2021, 13:11

«Инцидент-менеджмент» Баймаҡтағы туҡталыш мәсьәләһен хәл иткән

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе ҡатын «Көньяҡ» биҫтәһендә туҡталыш павильоны булмауына зарланып, социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәт иткән.

«Инцидент-менеджмент» Баймаҡтағы туҡталыш мәсьәләһен хәл иткән«Инцидент-менеджмент» Баймаҡтағы туҡталыш мәсьәләһен хәл иткән
«Инцидент-менеджмент» Баймаҡтағы туҡталыш мәсьәләһен хәл иткән

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе ҡатын «Көньяҡ» биҫтәһендә туҡталыш павильоны булмауына зарланып, социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәт иткән. Уның һүҙҙәренсә, оҙаҡ йылдар халыҡ ел-ямғырҙа күшегеп, өшөп торған.

Был хат Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә килеп эләккән. Һөҙөмтәлә мэр Радмир Иҫәнбаев 30 сентябргә тиклем туҡтатышты эшләргә вәғәҙә биргән. Мэр, ысынлап та, һүҙендә торған, биҫтәлә һуңлабыраҡ булһа ла павильон ҡуйылған. Был мәсьәлә «Инцидент-менеджмент» системаһы ярҙамында хәл ителгән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас