

Ҡот осҡос бит был. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, уҡып сыҡҡас, фекерегеҙҙе яҙығыҙ.
«Өс айлыҡ Паша үҙенә әсәй һәм атай эҙләй. Көтөп алынған һәм яратҡан сабый. Әммә, үкенескә күрә, яңғыҙ әсәнең һаулығы менән проблемалары бар. Баланың сәләмәтлеге яҡшы: Апгар шкалаһы буйынса 8/9. Дауаханала тулыһынса тикшереү үтте. Яҙмышы: июль айында Өфөлә тыуҙы. Ҡарынында ятҡанда уҡ энергия көйләгесе ҡабул итте. Энергетикаһы бик көслө. Ата-әсәһе интеллектуаль хеҙмәт менән шөғөлләнә. Атаһы – эшҡыуар, техник фекерләүгә һәләтле, әсәһе – математика буйынса уҡыу ҡулланмаһы авторы, шағирә. Нәҫелендә етәкселәр, начальниктар күп».
Бына шундай иғлан урынлаштыра социаль селтәргә ханым. Үҙе әйтеүенсә, унда психик сир асыҡланған. Әле бәпесе Сабыйҙар йортонда. Мәғлүм булыуынса, атай кеше баланан баш тартҡан. Иғлан интернет донъяһына таралып өлгөргән һәм ул бөтә ил халҡын борсой. Ҡатынға ҡарата аҙым һайын ризаһыҙлыҡ белдерәләр:
– Көсөктө һатаһығыҙмы ни? Ата-әсәһе, туғандары яҡшы нәҫелдән, ә ниңә бала менән улай ҡыланырға?!
– Бындай һүрәтләмә хайуанға (бесәй, эткә) бирелә, ғәҙәттә. Етештереүселәр, нәҫеле тәфсирләп тороп яҙылған. Урамға ташларға ғына ҡалған.
– Ҡасан депутаттар шундайҙарҙы стерилләштереү буйынса закон сығара инде. Һеҙ ҡатын-ҡыҙ түгел, ә инкубатор.
Ҡатынды яҡлаусылар ҙа бар. «Уны йәлләргә лә кәрәктер. Ҡурҡыныс хәлдә тороп ҡалған, ярҙам итәйек. Ҡатын башҡаса булдыра алмаған, күрәһең. Абортҡа барырғамы, әллә сабыйҙы сүплеккә ташларғамы? Ул бары тик сабыйына яҡшы тормош бүләк итергә теләй».
Һөҙөмтәлә ҡатын полиция менән янауҙарҙы һәм мыҫҡыллауҙарҙы түҙмәгән, меңәрләгән комментарий йыйған яҙмаһын юйған. Ул артабан йәмәғәт ойошмаларына мөрәжәғәт итергә, сабыйына яҡшы ғаилә табырға теләй.