

Ҡатын менән нимә булыуы, уның кәүҙәһе ҡайҙа табылыуы хаҡында хәбәр ителмәй. Уның үлеме енәйәт менән дә бәйле булыуы мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Оксана Пугачева 26 сентябрҙә юғала. Ул Петровск ауылында үҙ йортонан эш буйынса сығып китә һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Туғандары уның юғалыуы хаҡында полицияға ғариза ҡалдыра һәм ярҙам һорап ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә.
Өс аҙна үткәндән һуң, ҡатындың кәүҙәһе табыла.
Фото: Т. Аманов