Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2021, 09:20

"Ҡәҙерлебеҙ талапсан булды"

Тип һөйләй атаһы тураһында билдәле йырсы Харис Шәрипов.

"Ҡәҙерлебеҙ талапсан булды""Ҡәҙерлебеҙ талапсан булды"
"Ҡәҙерлебеҙ талапсан булды"

– Атайым ғүмере буйы тракторсы булып эшләне. Көнө-төнө эштә йөрөнө. Ике орден, бихисап почет грамотаһы, миҙалдар менән бүләкләнде. Ғаиләлә биш бала үҫтек. Барыбыҙға ла белем алырға ярҙам итте. Уның эшенә яуаплы ҡарауы, фиҙакәрлеге беҙгә өлгө булғандыр. Һәр беребеҙ һайлаған һөнәребеҙгә тоғро булып, үҙ урыныбыҙҙа тип әйтә алам.  Балалары, йәғни беҙ, йырсы, табип, энергетик, уҡытыусы һөнәрҙәрен һайланыҡ.

 Талапсан булды ҡәҙерлебеҙ. Уҡыуыбыҙҙы ла гел тикшереп торҙо. Үҙ эшенә бирелгәнлек – уның тормош һабағы, беҙгә лә һалынған. Һәр беребеҙ үҙ эшебеҙҙе яратып, яуаплылыҡ, намыҫ менән башҡарабыҙ.

Нурия Абдуллинаның Юлай Кәримов һүҙҙәренә яҙған “Атайым тураһында йыр”ын яратып йырлайым.

Айгөл Айытҡолова яҙып алды.

"Ҡәҙерлебеҙ талапсан булды"
"Ҡәҙерлебеҙ талапсан булды"
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас