Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Октябрь 2021, 20:07

Иң көслө доғаларҙың береһе

Донъяғыҙҙы, балаларығыҙҙы, ир-ҡатынығыҙҙы, малығыҙҙы, хатта берәй әйберегеҙҙе юғалтмайым тиһәгеҙ — ошо доғаны уҡығыҙ: «Әстәүди ғүкүмү ллааһа әлләҙи ләә тәдииғү үә дәәиғүһү».«Аманат итеп Аллаһҡа бирәм, Уға һаҡланыуға бирелгән юғалмай». Хәҙрәт Ғүмәр бер мәле улын яурынына ултырҡан бер ирҙе күрә. Ир менән улы йөҙҙәре менән бер-береһенә шул тиклем ныҡ оҡшағандар, хатта хәҙрәт Ғүмәр «СөбханАллааһ» — тип түҙмәй көлөп ебәрә: «Улын үҙеңә шул тиклем оҡшаған, бына ҡап-ҡара ҡарға балаһы ҡап-ҡара ҡарға инәһенә оҡшаған кеүек. Малайың шул тиклем үҙенә оҡшаған, тас бер бәләкәй һуйып ҡаплаған атаһы»– Әй, мөьминдәр әмире! Һеҙгә бер тарих һөйләйем әле. Әгәр тыңларға теләһәгеҙ, иҫ киткесен, ни эшләп миңә оҡшағанын һөйләргә теләйем.– Һөйлә әйҙә – тине хәҙрәт Ғүмәр.– Был бала әсәһенең ҡорһағында булғанда миңә сәфәргә сығырға тура килде. Өйҙән юлға сыҡҡан мәлдә мин доға ҡылдым: «Йә Аллаһ, Һиңә аманат итеп әсәһенең ҡорһағында ятҡан, әле тыумаған баланы ҡалдырам, һаҡла үҙен, Һиңә тапшырҙым», – тип әйтеп сығып киттем. Бер-нисә айҙан ҡайтһам, туғандарым әйтә: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы һин киткәс йөклө ҡатының ауырып китеп, үлеп ҡалды». Ағайым менән ҡәберлеккә, ҡатыным ятҡан ергә барҙыҡ. Ҡәбер эргәһендә ултырабыҙ... сеү, бер мәл ҡолағыбыҙға бәләкәй баланың илаған тауышы ишетелә. СөбханАллааһ! Ҡәбер эсенән ишетелә! Ҡабаланып ҡәберҙе ҡаҙып, астыҡ... Ни ғәжәп. Тере баланы һәм үлгән ҡатыным ятҡанын күрҙек. Үле ҡатынымдың кәүҙәһе бер ҙә ҡараймаған һәм серемәгән. Тере саҡта нисек — шул көйө, ә бала уның имсәген имә. Был бала ҡәбер эсендә тыуған һәм әсә һөтөн имеп ятҡан! Баланы йәшәгән ергә алып ҡайтып ғалимдарға күрһәттем. Улар: «Һин сәфәргә сыҡҡанда берәй доға уҡыныңмы? Нисек уҡының?»– Әйе, ошо тыумаған баланы Һиңә (Аллаһҡа) тапшырҙым», – тип доға ҡылдым. Ғалимдар ошолай тине: «Ал Аллаһҡа ҡалдырған аманатыңды — улыңды, әгәр ҡатыныңды ла Аллаһҡа өмөтләнеп ҡалдырған булһаң, ул да тере булыр ине...».Йәмәғәт! Бар булмышығыҙҙы, бар эшегеҙҙе, һәр нәмәгеҙҙе Аллаһҡа тапшырығыҙ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә — Аллаһ бәндәләре. Мин-минлегеҙҙе бөтөрөгөҙ! Бөтәһен дә: тыуасағын да, йәшәгәнен дә, ризығын да, малын да, бәрәкәтен дә Аллаһ бирә. Шөкөр итегеҙ!

Иң көслө доғаларҙың береһе
Иң көслө доғаларҙың береһе

«Әбәйлил» сайты мәғлүмәттәре ҡулланылды.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: