Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Октябрь 2021, 04:40

Көн торошо

Алдағы ике көндә һауа торошоноң йылы һәм ҡоро булыуы фаразлана.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан, талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 1-6 градус йылы, урыны менән 0-5 градус һалҡын. Көндөҙ – 13-18 градус йылы.

16 октябрҙә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә – 3-8 градус йылы, аяҙытҡанда 2 градус һалҡын. Көндөҙ – 8-13 градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас