

"Нур" татар дәүләт театры тамашасыларын 30-сы ижад миҙгеленең тәүге премьераһы- "Иректең дә сиге бар" драмаһына саҡыра. Әҫәрҙә бөгөнгө көндөң актуаль проблемалары күтәрелә.
Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев. Ролдәрҙе Рушат Мөдәрисов, Ләйсән Алтынбаева, Резида Зарипова, Лилиә Тажетдинова, Эльмир Ғәзизуллин, Резида Фәхруллина, Вадим Хәйруллин башҡара.
Ә кемдең бөгөн театрға барырға мөмкинлеге юҡ, премьера менән иртәгә һәм 23 октябрҙә танышырға була.