+10 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь , 14:03

Тулыһынса әҙербеҙ!

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында белдереүҙәренсә, беҙҙең республика Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға тулыһынса әҙер. Иртәгә Рәсәй тарихында яңыса йәниҫәп алыу башлана.

Тулыһынса әҙербеҙ!

Башҡортостан статистика хеҙмәте башлығы Әкрәм Ғәниев, бер нисә тапҡыр күсерелгәндән һуң, иртәгә, ниһайәт, иҫәп алыуға старт биреләсәк, тине.

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров фекеренсә, халыҡ иҫәбен алыу - үҙенә күрә милләттең берләшеү акты ул.   

Республика 7431 иҫәпсе эшләйәсәк, 1235 контролер бар. Йәнә 640 волонтер стационар участкаларҙа ярҙам итәсәк.

Әйтеүебеҙсә, Рәсәйҙә халыҡты һанауҙа тәүге тапҡыр планшеттар ҡулланыла. Беҙҙә уларҙы етерлек алғандар, район һәм ҡалаларға ебәрелгән.

Фото:"Башинформ".

 

 

Тулыһынса әҙербеҙ!
Автор:Алһыу Ишемғолова