+10 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь , 11:10

Салауат Юлаев һәйкәленә реконструкция яһау буйынса һорауҙарға арналған асыҡ осрашыу уҙасаҡ

Был сараны үткәреү тураһында үҙенең Facebook сәхифәһендә хөкүмәт премьер-минстры урынбаҫары Азат Бадранов хәбәр иткән. 14 октябрҙә «Башҡортостан» ДКЗ-һында уҙасаҡ осрашыуға ҡыҙыҡһыныусы бар кешеләр – йәмәғәтселәр, ғалимдар, эксперттар саҡырыла.  

Салауат Юлаев һәйкәленә реконструкция яһау буйынса һорауҙарға арналған асыҡ осрашыу уҙасаҡ

«Үҙ сиратта, мин республика һәм ҡала власть органдары вәкилдәренең ҡатнашыуын тәьмин итергә һүҙ бирәм. Сараға килергә теләүселәр миңә яҙығыҙ. Һәйкәлдең яҙмышы өсөн янып-көйөүселәрҙе һәм конструктив мөнәсәбәткә әҙер булыусыларҙың барыһын да көтәбеҙ», — тип яҙып үткән Азат Бадранов.

Вице-премьер фекеренсә, Башҡортостан өсөн Салауат Юлаев тарихи шәхес кенә түгел. Ул дөйөм алғанда республиканың бөтә урындарында, гербында, топонимикала, Өфөнөң иң танылған урынында, яратҡан хоккей командаһы атамаһында исем алған сакраль фигура булып тора. Салауат Юлаев Башҡортостан һәм башҡорт халҡының тәрән һәм фәйләсүф мәғәнәһендә айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.   

 «Салауат Юлаев һәйкәле илебеҙ халыҡтарының милли мираҫы булып тора. Ул барыһына ла Европалағы иң ҙур атлы скульптура булараҡ билдәле һәм республикабыҙҙың визит карточкаһына әйләнгән.

Ошо сәбәпле социаль селтәрҙәрҙә донъя күргән хәбәрҙәрҙә властарҙың скульптураға ҡарата мөнәсәбәтенә уйҙырмаларҙы, бәхәстәрҙе һәм дискуссияларҙы күҙәтеү ныҡ ғәжәпләндерә. Минеңсә, беҙгә барыбыҙға ла осрашырға һәм Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлап ҡалыуҙы уртаға һалып һөйләшәйек», — тип яҙған үҙенең саҡырыу посында Азат Бадранов. Ул осрашыуҙа халҡыбыҙ аҡһаҡалдары Рәшит Закир улы Шәкүров (Рәшит Шәкүр), Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев, Мираҫ Хәмзә улы Иҙелбаев, әҙибә Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева ла ҡатнашһа яҡшы булыр ине тигән.

Коронавирус буйынса сикләүҙәр ғәмәлдә булғас, «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыу өсөн прививка яһатҡандар һәм быға тиклем ауырығандар тейешле документ күрһәтеп инә аласаҡ.

Быға тиклем Өфө мэрияһында Салауат Юлаевҡа һәйкәлде постаменттан сисеп, янындағы майҙансыҡта реставрация яһаясаҡтар тип белдергән инеләр.

Автор:Айбулат Ишназаров